Новости
3 Ғинуар , 13:00

Һүҙ - йыл хужаларына

Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнова, Түбәнге Яйыҡбай ауылының “Ағинәйҙәр” төркөмө етәксеһе (1954 йылда тыуған):

2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:

  1. Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
  2. Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
  3. Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?

 

Фирҙәүес Мөбәрәк ҡыҙы Хәсәнова, Түбәнге Яйыҡбай ауылының “Ағинәйҙәр” төркөмө етәксеһе (1954 йылда тыуған):

  1. Ат – ул тоғро, көслө хайуан. Ул бер ваҡытта ла хужаһына хыянат итмәй. Ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмай, баш эймәй, бер ваҡытта ла бирешмәй, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итә. Эш аты инде улар. Борон-борондан халыҡ уны хужалыҡта ярҙам булһын өсөн көткән. Беҙ ҙә, Ат йылында тыуғандар, эшкә әрһеҙбеҙ.
  2. Яңы йылды йыл да балаларым: улдарым, килендәрем менән ҡаршы алабыҙ. Бер йылда ла айырым ултырғаныбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр.
  3. Ат йылын имен-һау ҡаршы алып, оҙатып, яңыһын ҡаршы алырға Хоҙайым насип итһен. Һаулыҡ булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Йорт-ҡурабыҙ теүәл булһын. Ат һымаҡ көслө булайыҡ.
Һүҙ - йыл хужаларына
Һүҙ - йыл хужаларына
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас