2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:
- Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
- Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
- Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?
Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазина, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Баймаҡ районы буйынса бүлексә секретары (1978 йылда тыуған):
- Ат хайуандар донъяһында айырым урын биләй. Ул - көслө, сыҙамлы, аҡыллы һәм тоғро. Ат йылында тыуғандар башҡа йондоҙлоҡтарға ҡарағанда аралашырға яратыуы менән айырыла. Ул бер урында тапанып торорға яратмай, яңынан-яңы урында булырға ынтыла. Минең өсөн Ат – ул көс, энергия, хәрәкәт символы булып тора.
- Беҙҙең ғаиләлә лә Яңы йылды ҡаршылау йолаһы бар. Беренсе сиратта атай-әсәйҙәребеҙҙе, күршеләрҙе ҡотлайбыҙ. Яңы йыл еткәнгә ҡәҙәр, былтыр яҙып ҡалдырған хыялдар банкыһын асып, уларҙың тормошҡа ашыу-ашмауын барлайбыҙ. Сәғәт төнгө 12 һуҡҡанда, яңынан хыялдарыбыҙҙы яҙып, банкаға төшөрөп, ябып ҡуябыҙ. Быйыл минең өс йыл рәттән яҙған хыялым тормошҡа ашты. Күрәһең, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты.
- Йылдар уҙған һайын, хыялдар ҙа ябайлана бара. Иң мөһиме: эргәңдә һинең өсөн ҡәҙерле булған кешеләрең булһын. Ул үҙ эсенә һаулыҡты, мөхәббәтте, тотороҡлолоҡто ала. Яңы йылда һәр кемдең күптән көткән хыялы тормошҡа ашһын: ҡәҙерле булған кешеләрегеҙ эргәгеҙҙә булһын. Һәр кемгә тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!