2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:
- Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
- Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
- Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?
Римма Фирғәт ҡыҙы Фазлыева, Баймаҡ ҡалаһынан (1990 йылда тыуған):
- Ат - ул башҡорттарҙың элек-электән тоғро дуҫы булып һаналған. Улар - ғорур, ярҙамсыл, аҡыллы хайуан. Миңә лә шундай һыҙаттар хас. Кешеларҙең үҙемә ҡарата мөнәсәбәтен, ҡарашын тиҙ һиҙәм. Ҡара уйлыларҙы эргәмә яҡынайтмаҫҡа тырышам.
- Яңы йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршылайбыҙ. Аллаға шөкөр, ғаиләбеҙ ҙур. Әлеге ваҡытта дүртенсе бәпесем менән декрет ялындамын. Яңы йыл традицияһына килгәндә, 1 ғинуарҙа бөтә туғандарым менән Шүлкә ауылына ҡайтабыҙ. Был көн – атайымдың тыуған көнө. Беҙҙең изге байрамдарҙың береһе. Улар ҙа беҙҙе һағынып көтөп тора.
- Беҙҙең теләк бер генә инде - Яңы йылда илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Беҙ әҙме, күпме йәшәгәнбеҙ, балаларым өсөн борсолам. Бөтә ғаиләләргә именлек, аяҙ күк йөҙө, балалар бәхете теләйем.