2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:
- Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
- Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
- Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?
Наҙгөл Нәғим ҡыҙы Тойғонова, Йомаш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры (2002 йылда тыуған):
- Ат – ул маҡсатына ынтылыу өсөн тырышып эшләгән һәм йәшәгән хайуан. Шуның өсөн дә уларҙың эш графигы бик тығыҙ. Ат йылында тыуһам да, үҙем үгеҙ һымаҡ ҡаратырышмын. Башланған эшемде аҙағына тиклем алып барып еткерергә яратам. Алдыма аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәйем. Әлеге көндө фельдшер булып эшләһәм да, белемемде камиллаштырыу маҡсатында Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында уҡыйым. Әле икенсе курс студентымын. Өҫтәмә һөнәрем буйынса психолог буласаҡмын.
- Бала саҡтан Яңы йылды беҙ ғаиләбеҙ менән бергә ҡаршы алабыҙ. Ҡайһы ғына тарафтарҙа булмайыҡ әсәй янына йыйылабыҙ. Өҫтәл табынына тултырылған балыҡ бешереп ултыртырға яратам.
3. Яңы йылға яҡты өмөттәр бағлайым. Имен-һау ошо эшемдә эшләргә, уҡыуымды тамамларға инде. Шул уҡ ваҡытта ауылдаштарыма ныҡлы сәләмәтлек теләйем. Ауырымаһындар, миңә күберәк бары тик консультация алыу өсөн генә мөрәжәғәт итһендәр.