+21 °С
Болотло
Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, иртәгә, 3 ғинуарҙа, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -18, -23 градус, урыны менән -27 градусҡаса. Көндөҙ -10, -15 градус.
4 ғинуарҙа урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10, -15 градус, аяҙытҡанда -20-гә тиклем. Көндөҙ -5, -10 градус.