Новости
1 Ғинуар , 07:00

Һүҙ - йыл хужаларына

Розалия Рәил ҡыҙы Такаева, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей 5-се класс уҡыусыһы (2014 йылда тыуған):

2026 – Утлы ҡыҙыл Ат йылы. Улар өсөн көсөргәнешле ваҡыт килә, һәр яҡлап бик тә уңышҡа өлгәшәсәктәр. Беренсе сиратта, финанс хәлдәре яҡшырыр. Уйлаған ерҙән, уйлмаған ерҙән дә аҡса килеп торор. Күптәр етәксе вазифаһын биләр. Ә шулай ҙа Ат үҙ йылында нимә көтә икән? Һүҙҙе 1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014 йылдарҙа тыуғандарға бирәбеҙ. Уларға өс һорау тәҡдим итәбеҙ:

  1. Кем ул Ат? Уларға ниндәй һыҙаттар хас?
  2. Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй ғаилә традицияғыҙ бар?
  3. Яңы йылдан нимә өмөт итәһегеҙ?

Розалия Рәил ҡыҙы Такаева, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицей 5-се класс уҡыусыһы (2014 йылда тыуған):

  1. Ғаиләлә көтөп алынған өсөнсө бала булып тыуғанмын. Ат – ул көслө хайуан. Уға һәр саҡ яуаплылыҡ, тоғролоҡ, сабырлыҡ, йылғырлыҡ кеүек сифаттарға эйә. Мин бигерәк тә спортты яратам. Иң яратҡан дәресем дә физкультура. Әлеге ваҡытта тайский бокс секцияһында шөғөлләнәм. Бәлки, шуғалыр ҙа минең дуҫтарым күп. Улар менән һәр ваҡыт күңелле.
  2. Яңы йылды ҡаршылауға беҙҙең өйгә йыл да ҡунаҡтар килә. Әсәйем был көндө духовкала тултырылған ҡаҙ әҙерләй. Мин дә уға ярҙамлашам. Төнгө сәғәт 12 һуҡҡас, бөтәбеҙ ҙә тышҡа сығып, Яңы йылдың саф һауаһында уйнап инәбеҙ.
  3. Бөгөн беҙҙең ғаилә өсөн бары бер генә теләк – махсус хәрби операцияла йөрөгән ағайыбыҙ тиҙерәк Еңеү яулап ҡайтһын.
Һүҙ - йыл хужаларына
Һүҙ - йыл хужаларына
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас