31 декабрҙә республикала һауа торошоноң боҙолоуы, температураның түбәнәйеүе, епшек ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә.
️Водителдәргә насар күреү мөмкинлеге булған шарттарҙа автомобиль менән хәрәкәт иткәндә хәүефле маневрҙарҙан, бигерәк тә ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле маневрҙарҙан тыйылырға кәрәк.
️Хәрәкәт тиҙлеге конкрет һауа шарттарына һәм юл шарттарына тап килергә тейеш.
Автомобилдең техник торошона иғтибар итегеҙ. Йәйәүлеләргә юлдынееекләберәк үтергә кәңәш итәм, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Юлда ауыр хәлгә эләккәндәр тәүлек әйләнәһенә Республиканың дәүләт автоинспекцияһына 8 (347) 235-84-02, 233-27-31 номерҙары буйынса шылтырата ала. Хәйерле юлдар! Байрам ҡазаһыҙ үтһен! Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!