Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Декабрь 2025, 06:25

Яңы йылдың беренсе "сәләме"

1 ғинуарҙан Башҡортостан буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләү уртаса 1,7% арта. Әммә 1 октябрҙән күләмлерәк индексация көтөлә. Күпселек ҙур ҡалалар, Шул иҫәптән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Сибай, Ағиҙел, Күмертау һәм Межгорье өсөн сик 12,8% кимәлендә билдәләнгән.

Башҡортостанда 2026 йылға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр тарифтарының сикке индекстары раҫланды. Тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, 1 ғинуарҙан Башҡортостан буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм түләү уртаса 1,7% арта. Әммә 1 октябрҙән күләмлерәк индексация көтөлә. Күпселек ҙур ҡалалар, Шул иҫәптән Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Сибай, Ағиҙел, Күмертау һәм Межгорье өсөн сик 12,8% кимәлендә билдәләнгән.

Раҫланған күрһәткестәр коммуналь ресурстарҙың хаҡын арттырыу өсөн сик булып тора. Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар үҫеш индексын ошо һандарҙан юғарыраҡ билдәләргә хоҡуғы юҡ, әммә түләүҙең күләмен күрһәтелгән сиктән түбәнерәк билдәләргә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас