

Йома көндө, Ишмырҙа ауылының мәсетенең 30 йыллыҡ юбилейына арналған сара үттте. Ауылдың имам-хатибы Илдус хәҙрәт аяттар уҡыны, мәсеткә төрлө яҡлап ярҙам итеүселәргә, бар эштәрҙә лә кәңәш биреп, дәртләндереп тороусы ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ишмырҙа урта мәктәбенең 3-се класс уҡыусыһы Ишмырҙина Илзидә сүрәләр һөйләп ишеттерҙе, "Әхрәттәр" фольклор ансамбле сығыштары сараға йәм өҫтәне. Килгән ҡунаҡтар, хәҙрәттәр, ауыл хакимиәте башлығы Әйүпов Ф. Р., ауыл ҡатын- ҡыҙҙар советы ағзалары үҙҙәренең изге теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙылар. Байрам ҡорбан ашы табынында дауам итте. Ҡунаҡтар мәсеттең ишектәре һәр ваҡыт асыҡ булһын, иман йорто үҙ хеҙмәтен атҡарып, Ислам тәғлимәтен таратып хеҙмәт итһен, тигән теләктә таралышты.