Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
27 Декабря 2025, 11:20

Яугирҙәр рухына бағышланды

Икенсе Этҡол ауылы мәсетендә махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең яҡындары өсөн ҡорбан мәжлесе ойошторолдо.Унда арҙаҡлы яҡташыбыҙ - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, ауыл активы һәм халҡы ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, һәр йыл аҙағында Илшат Азамат улы Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдарынан МХО-лағы яугирҙәрҙең яҡындары өсөн ҡорбанға мал салдырып, уларға йорттарына барып Яңы йыл күстәнәстәре тарата. 

Яугирҙәр рухына бағышландыЯугирҙәр рухына бағышланды
Яугирҙәр рухына бағышланды

Изге йома көнөндә Икенсе Этҡол ауылы мәсетендә махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең яҡындары өсөн ҡорбан мәжлесе ойошторолдо.Унда арҙаҡлы яҡташыбыҙ - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев, ауыл активы һәм халҡы ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, һәр йыл аҙағында Илшат Азамат улы Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдарынан МХО-лағы яугирҙәрҙең яҡындары өсөн ҡорбанға мал салдырып, уларға йорттарына барып Яңы йыл күстәнәстәре тарата.Быйыл иһә ул ҡорбан салдырып, Икенсе Этҡол мәсетендә яугирҙәрҙең яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо.Уны үткәреүгә Амур Әминев етәкселегендәге Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, Икенсе Этҡол активы күп көс һалды. Мәжлестә сығыш яһап, Азамат Сәфәрғәли улы сараның әһәмиәтен юғары баһаланы, Илшат Азамат улына тыуған төйәгенә һәм районына даими ярҙамы өсөн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Һуңынан 35 яугирҙең ата-әсәһенә, тормош юлдаштарына йәшник менән күстәнәстәр тапшырылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас