

"Миңә Икенсе Этҡол ауылынан һәләтле егет Тимур Ғәлиндың Яңы йыл теләген үтәү эләкте. Әлеге ваҡытта ул Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының беренсе курс студенты, унда ағас әйберҙәр эшләүсе һөнәренә уҡый. Мин уны үҙемдең эш кабинетына саҡырҙым. Беҙ шатланып аралаштыҡ, ул үҙенең мауығыуҙары, маҡсаттары тураһында һөйләне. Тимур талантлы егет, ул матур йырлап ҡына ҡалмай, ә ағастан ғәжәп әйберҙәр ҙә эшләй. Ул шулай уҡ волейбол менән мауыға, тырышлыҡ һәм эшһөйәрлек күрһәтә, әммә шул уҡ ваҡытта бик тыйнаҡ булып ҡала. Шуға күрә мин уға йәштәр хакимиәтенә ҡушылырға тәҡдим иттем, унда ул әүҙем балалар менән бергә үҙенең һәләттәрен күрһәтә аласаҡ. Осрашыу аҙағында мин уға үҙе әйткән бүләкте-музыкаль колонканы тапшырҙым. Тимурға уҡыуҙа уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйем! Ул төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуын һәм үҙен күрһәтеүен дауам итһен!" - тип яҙҙы район башлығы социаль селтәрҙәге диуарында.