Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Декабрь 2025, 12:30

Нәфисә инәйгә 100 йәш!

2-се Моҡас ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм абруйлы яҡташтарыбыҙҙың береһе, тыл ветераны - Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы Аллаярова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Уның 100 йыллыҡ тормош юлы киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора.  Ул туғандарының һәм ауылдаштарының ҡәҙер – хөрмәтендә, 15 ейән-ейәнсәренең, 34 бүлә-бүләсәренең һөйөүөнә һәм ихтирамына төрөнөп ғүмер итә. Хөрмәтле Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы Аллаярованы 100 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!

Нәфисә инәйгә 100 йәш!Нәфисә инәйгә 100 йәш!
Нәфисә инәйгә 100 йәш!

Ошо көндәрҙә 2-се Моҡас ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һәм абруйлы яҡташтарыбыҙҙың береһе, тыл ветераны - Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы Аллаярова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Уның 100 йыллыҡ тормош юлы киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора.
1925 йылдың 21 декабрендә Атанғол ауылында Әминә һәм Тәфтизән Мәтиновтарҙың ғаиләһендә 2-се бала булып Нәфисә исемле ҡыҙ донъяға килә. Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы Ғәҙелша ауылында 7-се синыфты тамамлауға, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ул 1942 йылда Сибай – Ҡаңғыз торфында хеҙмәт юлын башлай һәм Мазһар исемле егет менән ғаилә ҡоралар. Улар 26 йыл матур һәм татыу ғүмер итәләр һәм 7 балаға ғүмер бүләк итеп намыҫлы тәрбиә бирәләр. 1955 йылда Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы күҙ ауырыуы дауалаусы һөнәрен үҙләштереп, Моҡас ауылында күҙ табибы булып эш башлай. Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы сирлеләргә дарыуҙар алыр өсөн Баймаҡ ҡалаһына йәйәүләп Ғәле ауылы аша барып ҡайтып йөрөр була. 1976 йылға тиклем 20 йыл дауамында ошо һөнәр буйынса хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Беҙ уның районыбыҙ үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн рәхмәтлебеҙ. Хөкүмәт тарафынан Нәфисә Тәфтизән ҡыҙының хеҙмәте “Лениндың йөҙ йыллығы айҡанлы”, “Тыл ветераны”, “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хеҙмәте өсөн” миҙалдары, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, Ҡоролтайҙан миҙал менән юғары баһаланған. Бөгөнгө көндә ул 2-се Моҡас ауылында теүәл 80-се йыл йәшәй. Нәфисә Тәфтизән ҡыҙының ғаиләһе хәҙер ныҡлы тамырлы ҙур ағас. Ул туғандарының һәм ауылдаштарының ҡәҙер – хөрмәтендә, 15 ейән-ейәнсәренең, 34 бүлә-бүләсәренең һөйөүөнә һәм ихтирамына төрөнөп ғүмер итә.
Хөрмәтле Нәфисә Тәфтизән ҡыҙы Аллаярованы 100 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ! Ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас