

Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов Һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Георгиевна Потапованы Яңы йыл менән ҡотланы. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Валентина Георгиевна энергияһын һәм оптимизмын һаҡлай. Һуғыш йылдарында, йәш сағында алған рухи көсө уның йәшәү ныҡлығына йоғонто яһағандыр, күрәһең. Ҡунаҡтар ветеранға бүләктәр һәм ҡотлау открыткалары тапшырҙы. "Һеҙҙе яҡынлашып килгән 2026 йыл менән ихлас ҡотлайбыҙ! Тормошоғоҙҙа гармония, бәхет һәм шатлыҡлы ваҡиғалар күберәк булһын», — тине Азамат Сәфәрғәли улы. Был осрашыу ветеран өсөн генә түгел, ә етәкселәр өсөн дә әһәмиәтле булды, сөнки бындай ваҡиғалар Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарын хәтерҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.