Новости
25 Декабрь 2025, 11:15

Яраттан һөйөү менән

Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарында татыу халыҡ йәшәй. Һәм улар һәр ваҡытта ла егеттәргә ярҙам итергә әҙер. Яңы йыл алдынан егеттәргә ебәреү өсөн 2026 йылдың символы булған ат һындары эшләнеләр. Бер яғына "Бәхет килтерәм", икенсе яғына "Яраттан һөйөү менән" тип яҙылған сувенир аттар һалдат ағайҙарҙың күңеленә хуш килер тип ышана балалар. Ә инде уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең яҙған хаттарына яуҙа йөрөгән егеттәрҙән яуап сәләмдәре алып ҡыуана. Бөгөнгө көндә егеттәрҙең һорауы буйынса кәмәләр, һаҙлыҡта йөрөү өсөн тәғәйенләнгән оҙон ҡуңыслы итектәр алыу маҡсатында 20 меңгә яҡын аҡса йыйылды. Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән!!! Иҫән - һау ҡайтығыҙ!- тигән изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡалабыҙ.

Яраттан һөйөү менәнЯраттан һөйөү менән
Яраттан һөйөү менән

Ярат, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарында татыу халыҡ йәшәй. Һәм улар һәр ваҡытта ла егеттәргә ярҙам итергә әҙер. Ноябрь айында ғына Ярат мәктәбендә уҡыусы балаларҙың ата- әсәләре 7 ҡумта кәрәкле әйбер әҙерләп ебәрҙе. Ә уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре бергәләшеп егеттәр һораған балондар ( һыу аша сығыуға) өсөн аҡса йыйып үҙ өлөштәрен индерҙе. Блиндаждарға һыу төшә тигәс, рулон менән полиэтилен да һатып алып ебәрҙек. Октябрь аҙағында уҡыусыларыбыҙ яуҙа һәләк булған егеттәрҙең әсәләренә тәғәйенләп, уйынсыҡ ҡабаҡтар формаһында энә ҡаҙағыс сувенирҙар теккәйне, әле Яңы йыл алдынан егеттәргә ебәреү өсөн 2026 йылдың символы булған ат һындары эшләнеләр. Бер яғына "Бәхет килтерәм", икенсе яғына "Яраттан һөйөү менән" тип яҙылған сувенир аттар һалдат ағайҙарҙың күңеленә хуш килер тип ышана балалар. Ә инде уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең яҙған хаттарына яуҙа йөрөгән егеттәрҙән яуап сәләмдәре алып ҡыуана. Бөгөнгө көндә егеттәрҙең һорауы буйынса кәмәләр, һаҙлыҡта йөрөү өсөн тәғәйенләнгән оҙон ҡуңыслы итектәр алыу маҡсатында 20 меңгә яҡын аҡса йыйылды. Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән!!! Иҫән - һау ҡайтығыҙ!- тигән изге теләктәребеҙҙе еткереп ҡалабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас