Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында бүреләр этте ашаған. Хужаның иртән тороп тышҡа сығыуға эттең башы ғына ятып ҡалған.
Видеояҙмала урман эргәһендә торған йорт янында бүреләрҙең эҙҙәре асыҡ күренә. Хужа әйтеүенсә, йыртҡыстар бер нисәү булған, уларҙың аттарға ла һөжүм итеүе ихтимал.
«Иртәнге сәғәт 9-10дар тирәһендә сыҡҡайным. Бесән һалып йөрөйөм, бына аттар тора, бесән эргәһенә килһәм, эттең башы ғына ятып ҡалған. Бүреләр ашаған тегене. Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде, йыртҡыстар аттарға күсеп алһалар», — тип борсола видео авторы.
Бүреләрҙең һанын көйләү өсөн урындағы һунарсыларҙан берләшеүҙәрен һәм уларҙы атып алыуҙарын һорайҙар. Хакимиәт башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итеүенсә, Экология министрлығы 14 ғинуарға тиклем бүрегә бушлай рөхсәт ҡағыҙҙары биргән. Районда бүре аулап алған осраҡта 2500-3000 һум премия түләнә (быға тиклем 2000 һум ине). Әлбиттә, документтарҙың теүәл булыуы мотлаҡ.
Көҙгө осорҙа һунарсылар 15 бүре алған, тип билдәләне Бөрйән районы башлығы.