

Иҫәнбәт мәктәбендә ГЕРОЙ ПАРТАҺЫ асылды. МХО яугире Ғибадуллин Ирфат Әсҡәт улы инициативаһы менән МХО-ла батырҙарса һәләк булған ҡаһарман туғаны Туҡтамышев Венер Вәлит улы иҫтәлегенә асылды был парта. Сарала Венерҙың туғандары, дуҫтары, ауылдаштары , уҡыусылар ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Геройға ҡарата йылы һәм күңелгә үтеп инерлек сығыш яһаны.
“Герой партаһын” асыу хоҡуғы Венерҙың туғаны , МХО яугире Гибадуллин Ирфат Әсҡәт улына бирелде. Венер Вәлит улы Туҡтамышев исеме менән аталған Герой партаһы уҡыусылар өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символына әүерелер. Унда Венерҙың портреты, биографияһынан факттар һәм уның ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. “Герой Партаһы” артына ултырыу хоҡуғы уҡыуҙа, спортта һәм ижадта айырылып торған, йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға биреләсәк. Тәүгеләрҙән булып , "Герой партаһына" Исрафилов Салауат ултырҙы. Был мәктәптә бөгөнгө көндә белем алған һәм киләсәктә белем аласаҡ уҡыусылар Венер Туҡтамышевтың батырлығы менән ғорурланыр, унан өлгө алыр һәм тормош юлында һайлаған юлынан намыҫ менән атлар, тип ышанабыҙ. Геройыбыҙ, Тыуған илебеҙ һаҡсыһы, һин мәңге беҙҙең хәтерҙәрҙә һаҡланырһың! Ирфатҡа имен һау йөрөп, тыуған ерҙәренә ЕҢЕҮ менән ҡайтыуын теләйбеҙ! Шулай уҡ сара барышында " Изгелек ҡумтаһы„ ҡуйылды. Яугирҙәр өсөн йыйылған әйберҙе иҫәнбәттәр ошо арала штабҡа оҙатасаҡ. Хәйриә акцияһы ла эшләне . Төшкән аҡса "Һаҡлаусы Фәрештә" волонтерҙар ойошмаһына тапшырылыр.