

«Торатау» Конгресс-холында директорҙарҙың тәрбиә биреү һәм балалар йәмәғәт берекмәләре һәм муниципаль координаторҙар менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшселәре өсөн «Тәрбиәнең яңы фәлсәфәһе»күләмле республика форумы үтте. Форум 500 - ҙән ашыу белгестәрҙе йыйҙы. Форумда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Мәүлетбирҙин Илдар Марат улы ҡатнашты. Сара республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән 500-ҙән ашыу директор кәңәшсеһен һәм «Бала саҡ навигаторҙары» проектының 60-тан ашыу муниципаль координаторын берләштерҙе.
Был форумда Баймаҡ районының балалар йәмәғәт ойошмаларын тәрбиәләү һәм улар менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор кәңәшселәре ҡатнашты. Фүрәм сиктәрендә тәүге тапҡыр советниктар командалары араһында КВН үткәрелде. Баймаҡ районының "Байнав" командаһы финалда уңышлы сығыш яһаны. Афарин!