

"Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр штабы Башҡортостан Республикаһында тәүгеләрҙән булып бушлай автомобиль алды!
"Был автомобиль беҙҙең изге эштәрҙә ышаныслы ярҙамсыбыҙ буласаҡ. Хәҙер беҙ яугирҙәргә һәм мохтаж ғаиләләргә гуманитар ярҙамды, йыйылған әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте, дарыуҙарҙы һәм йылы посылкаларҙы тиҙ арала еткерә аласаҡбыҙ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа һәм уның ҡатыны Каринэ Хәбироваға ирекмәндәр эшенә иғтибары һәм ихлас мөнәсәбәте өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ һәм ышанысығыҙ беҙҙе яңы изге эштәргә рухландыра, бергәләп күп нәмәгә өлгәшеүебеҙгә көс һәм ышаныс өҫтәй. Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы хакиәтенә бөтә йүнәлештәрҙә лә даими ярҙам күрһәткәне һәм үҙ-ара ярҙам иткәне өсөн айырым рәхмәт" - тине штаб етәксеһе Гөлназ Хафизова.