Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Декабрь 2025, 07:40

Баймаҡта - Яңы йыл Шыршыһы

Быйыл Яңы йыл Шыршыһы С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркына ҡуйылды. Уны асыу тантанаһы мәлендә "Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу - 2025", "Мөғжизәле сана" конкурстары үтте. Күңелле байрамда ҡала ойошмалары ғына түгел, ҡайһы бер ауыл биләмәләре лә ҡатнашты. Байрам бик күңелле үтте. Ә Урал аръяғы колледжы коллективы Гран-приға лайыҡ булды. Бар ҡатнашыусылар тамашасыларға онотолмаҫ байрам минуттары бүләк итте. 

Баймаҡта - Яңы йыл ШыршыһыБаймаҡта - Яңы йыл Шыршыһы
Баймаҡта - Яңы йыл Шыршыһы

Шулай уҡ Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу парады, төрлө маскарад костюмындағы кешеләр байрам биҙәгенә әүерелде. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! Ул ТЫНЫСЛЫҠ алып килһен!

Баймаҡта - Яңы йыл Шыршыһы
Баймаҡта - Яңы йыл Шыршыһы
Баймаҡта - Яңы йыл Шыршыһы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас