Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Декабрь 2025, 11:15

Арҙаҡлы район етәксеһенә арналған китап

Баймаҡта райондың үҫешенә, киләсәгенә тос өлөш индергән беренсе секретарь Имамов Рәйес Имам улының тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған китап донъя күрҙе. “Первый секретарь райкома” тип аталған был китаптың исем туйы Урал арьяғы агросәнәғәт колледжының тамашалар залында үтте. Сарала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, китап авторҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Буранбай Күсәбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Ниғәмәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов, Рәйес Имамовтың улы Рәил, үҙенең тормош юлдашы Ольга менән, ейәнсәре Юлиә һәм бүләһе Арслан ҡатнашты. Шулай уҡ, Рәйес Имам улы етәкселегендә эшләгән хеҙмәт ветерандары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. 

Арҙаҡлы район етәксеһенә арналған китапАрҙаҡлы район етәксеһенә арналған китап
Арҙаҡлы район етәксеһенә арналған китап

Баймаҡта райондың үҫешенә, киләсәгенә тос өлөш индергән беренсе секретарь Имамов Рәйес Имам улының тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған китап донъя күрҙе. “Первый секретарь райкома” тип аталған был китаптың исем туйы Урал арьяғы агросәнәғәт колледжының тамашалар залында үтте. Сарала Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, китап авторҙары - Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Буранбай Күсәбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Ниғәмәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ирек Бикмәтов, Рәйес Имамовтың улы Рәил, үҙенең тормош юлдашы Ольга менән, ейәнсәре Юлиә һәм бүләһе Арслан ҡатнашты. Шулай уҡ, Рәйес Имам улы етәкселегендә эшләгән хеҙмәт ветерандары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Алып барыусылар китап геройы Рәйес Имам улының тормош һәм хеҙмәт юлына байҡау яһағандан һуң, һүҙ проект авторы Буранбай Күсәбаевҡа бирелде. Ул Рәйес Имамов районды етәкләгән йылдар дәүеренә әйләнеп ҡайтып, документаль факттарға таянып ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе, архив фондында һаҡланған хаттар менән таныштырҙы. Артабан һүҙҙе муниципаль хеҙмәт ветерандары - Фрунзе Исрафилов, Зәйнетдин Тимербулатов, Илшат Ситдыҡов һәм Флүрә Шәрифуллина, Сергей Игольников дауам итте. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле Рәйес Имамовтың иң яҡын кешеләре -улы Рәил, ейәнсәре Юлиәнең атаһы, ҡартатаһы тураһындағы яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашыуы булды. Район мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика йыр-моң бәйгеләре лауреаты Сөмбөл Юлбахтинаның, Баймаҡ балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Рушан Үтәғолов етәкләгән ирҙәр вокал ансамбленең йырҙары сараға йәм өҫтәне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас