

Аделина Әбдрәхимова - 4 - се класс уҡыусыһы. Нур һəм Нурания Әбдрәхимовтарҙың ҡыҙы. Бөгөн олатаһы Үтəғолов Радик һэм өлəсэһе Тəнзилə Үтəғоловаларҙың тəрбиəһендə Күсей мəктəбендə белем ала. Аделина тырыш уҡыусы, Күсей мəҙəниəт йортонда эшлəп килгəн " Тəңкəлəр " бейеү төркөмөнөң оҫта бейеүсеһе лə. Ата - əсəһе ҡырҙа эшлəү сəбəпле бəлəкəс ҡыҙға карта асҡандар,уға аҡса ебəреп торалар. Бер - бер бала булһа аҡсаһын кəрəкмəгəн нəмəгə тотонор ине,əммə аҡыллы ҡыҙыҡай аҡсаһын файҙалыға тотона. МХО-лағы егеттəргə гуманитар ярҙам йыйған һайын Аделина картаһынан 5 - əр меңлəп аҡса бирə йə иһə һалдаттарға футболка,носкилар,сгущенка, консервалар, хатта шырпыға тиклем үҙе алып ебəрə. Афарин,Аделина, ,һинең ярҙамың менəн алла бирһə егеттəребеҙ еңеү менəн ҡайтырҙар.
Сәриә Йыһаншина, Күсей ауылының клуб мөдире.