

Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеү, киләсәк быуынға һаҡлау һәм еткереү маҡсатында үткрелгән сараны клуб мөдире Айһылыу Әлибаева йәнле итеп алып барҙы. Сәхнәлә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Айһылыу Хәбибуллина етәкселегендәге ойошма ағзалары, мәғариф ветерандары Рәсимә Шәрипова, Гөлнур Хажиева, Әлифә Биктимерова, Миңнур Бүләковалар орсоҡ өйрөлтөп йөн иләй-иләй хәтирәләргә бирелде. Улар әсәләренән ҡалған ҡомартҡы балаҫтарын, үҙҙәре һуҡҡан, ырғаҡ менән үргән балаҫтарын күргәҙмәгә ҡуйған. Һәр береһенең тарихын бәйән итте. Һарыҡ йөнөнән, кәзә дебетенән бәйләнгән бейәләй, йылы ойоҡтар, күкрәксен, шәлдәрҙең файзаһы тураһында ла һөйләнеләр. Йәш килендәр Лилиә Ҡотлоәхмәтова, Лилиә Рәүиловалар ҙа ҡул эшенә оҫта. Улар эшләгән балаҫтарҙан, һәр төрлө түшәктәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Тимерхан Нурғалин исемле малайҙың талантына һоҡланып ҡайттыҡ. Нәфис һүҙ оҫтаһы, шәп йырсы, гитарист үҫеп килә. Байрамда район ҡоролтай рәйесе, "Һаҡмар" гәзитенең директор урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин ҡатнашты. Таһирҙарҙың һәр сарала әүҙем ҡатнашыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды, йыйылыусыларҙы матбуғатҡа яҙылырға саҡырҙы. Боронғо халыҡ байрамы барышын йыр йырлап, таҡмаҡтар көйләп, йомаҡтар ҡойоп, бейеүҙәр бейеп йәнләндереп ебәрҙе таһирҙар. Сара аҙағында бөтәһе лә дәррәү генә почальонка Ләйсән Байраҡаева аша "Һаҡмар" гәзитенә яҙылды. Матур байрамда беҙ ҙә Һәмән ауылы ағинәйҙәре менән ҡатнашып ҡыуанып ҡайттыҡ. Рәхмәт һеҙгә, күршеләр! Артабан да дәртләнеп, бергәләп эшләргә һәм йәшәргә яҙһын!
Райхана БУЛАТОВА.