+24 °С
Ямғыр


Ҡолсора ауыл биләмәһендә Муллаҡай ,Ҡолсора, Түбәнге һәм Үрге Иҙрис ауылы халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштары аҡса йыйып МХО - ла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙ хөрмәтенә ҡорбан салды. Бөгөн улар ошо изге ғәмәлдәрен тормошҡа ашырҙы. Үрге Иҙрис ауылы ҡатын - ҡыҙҙары иң беренселәрҙән булып яугирҙәребеҙгә тушенкалар әҙерләне . Әүҙем ҡатын - ҡыҙҙар ҙур ихласлыҡ менән эшкә тотондо .
Һәр кемдән теләк бер генә — тиҙерәк һуғыш бөтһөн һәм егеттәребеҙ һау - сәләмәт килеш тыуған яҡтарына ҡайтһын. Әҙерләгән ризыҡтар уларға көс - ҡеүәт бирһен , тыуған ерҙәренән туҡлыҡлы , шифалы күстәнәс булып , уларҙың күңелдәрен күтәрһен