+21 °С
Болотло
Был грипп төрө (А вирусы h3n2 подтибы) оҙаҡ һәм ауыр үтә. Ул ауырыуҙарҙың ишетеү һәләтен боҙоп, ҡолаҡтарында шешенеүҙәр тыуҙыра һәм көслө йүткереү барлыҡҡа килә, ул бик оҙаҡ үтмәй.
Грипп билдәләре юғары температура, хәлһеҙлек, һыуыҡ тейеү, тәндең ҡыйралып барыуы. Был билдәләр булғанда шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шул саҡта өҙлөгөүҙәрҙең эҙемтәләре лә кәмейәсәк.
Хәҙер грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән сирләү осраҡтары арта. Мәҫәлән, Салауат районында өс мәктәп һәм бер мәктәпкәсә төркөм карантинға ябылған. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Табиптар иҫкәртеүенсә, иң һөҙөмтәле профилактика - вакцинация.