+24 °С
Ямғыр


Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
Туған телем, һин халҡымдың
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы
. Киң Уралым йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.