

Иҫке Сибай балалар баҡсаһының "Телде Һаҡлап-киләсәкте һаҡлайбыҙ" исемле проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар конкурсында еңеүсе булды! Проекттың маҡсаты: башҡорт телен, халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, йолаларҙы һәм традицияларҙы тергеҙеү, шулай уҡ балаларҙы халыҡ ижады сығанаҡтарына йәлеп итеү һәм рухи-әхлаҡи сифаттарҙы формалаштырыу. 908 850 һум күләмендәге Грант «Телде Һаҡлап — киләсәкте һаҡлайбыҙ» проектын тормошҡа ашырыуға, сәхнә костюмдары тегеүгә һәм мультимедиа ҡорамалдары һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Проектта Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты . Проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә профессиональ белгестәр командаһы эшләйәсәк: проект авторы һәм координаторы Хөсәйенова Фәниә Вилүр ҡыҙы проект етәксеһе - Тулыбаева Гөлшат Зиннур ҡыҙы , Аҫылғужина Гөлназ Фазулла ҡыҙы , Утарбаева Әнисә Мисбах ҡыҙы , Һиҙиәтова Регина Вилоровна. Афарин, уңыштар!