+24 °С
Ямғыр
Краснокама районында «Тойота Авео» һәм «МАН» автомобилдәренең бәрелешеүендә 54 йәшлек ҡатын һәләк булған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. 8 йәшлек «Тойота» пассажиры, 53 йәшлек «МАН» водителе дауаханаға оҙатылған. Баланы хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктерелеүе етди йәрәхәттәрҙән ҡотҡара.
Әлеге ваҡытта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай