Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2025, 11:00

Яңы йыл байрамы фейерверкһыҙ үтәсәк

Яңы йыл байрамы Башҡортостанда фейерверкһыҙ үтәсәк: төбәктә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә Яңы йыл байрамы осоронда Башҡортостанда салюттар һәм пиротехник изделиелар бөтөнләй тыйыла. Бындай ҡарар янғын хәүефе артыуы сәбәпле ҡабул ителде.Фейерверк осорған өсөн штрафтар: - Граждандарға - 10-20 мең һум; - Вазифалы кешеләргә - 30 меңдән 60 меңгә тиклем; Тулыраҡ:

Яңы йыл байрамы Башҡортостанда фейерверкһыҙ үтәсәк: төбәктә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә
 
️Яңы йыл байрамы осоронда Башҡортостанда салюттар һәм пиротехник изделиелар бөтөнләй тыйыла. Бындай ҡарар янғын хәүефе артыуы сәбәпле ҡабул ителде.
Фейерверк осорған өсөн штрафтар:
 - Граждандарға - 10-20 мең һум;
 - Вазифалы кешеләргә - 30 меңдән 60 меңгә тиклем;
 - Юридик ойошмаларға - 400 меңдән 800 меңгә тиклем.
- Әгәр фейерверк зыян килтерһә йәки йәрәхәтләһә, сумма 50 мең һумға тиклем арта, ә ауыр эҙемтәләр булып, кешеләрҙең үлеменә килтерһә, енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған.
2024 йылда тыйылған урындарҙағы салют аттырған өсөн һигеҙ кешегә штраф һалынғайны.
 
(мәғлүмәт "Сәләм телканалы" төркөмөнән)

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас