Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2025, 10:10

Яңы йылға шәп бүләк!

Юлыҡ ауылы халҡы һөйөнөслө мәл кисерә. Унда бөтә уңайлыҡтары булған модулле дөйөм практика табип кабинеты файҙаланыуға тапшырылды.

Юлыҡ ауылы халҡы һөйөнөслө мәл кисерә. Унда бөтә уңайлыҡтары булған модулле дөйөм практика табип кабинеты файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы кадрҙар сәйәсәте һәм социаль мәсьәләләр буйынса Фәнил Нәҙерғолов, Баймаҡ район үҙәк дауаханаһының баш врачы вазифаһын башҡарыусы Эльвира Ғатина ҡатнашты. Шундай шатлыҡлы мәлдә ауыл халҡы ла тантанаға йыйылды.

- Яңы йыл алдынан тапшырылған социаль объект халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, - тине Фәнил Нәҙербаев юлыҡтарҙы сәләмләп. – Һаулыҡты нығытыу, ауырыуҙы ваҡытында асыҡлау һәм дауалау, профилактика алып барыу маҡсатында тотороҡло эш алып барылһын.

Ә уның өсөн яңы табип кабинетында бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Яҡты һәм йылы. Электр уты менән йылытыла. Инженер селтәрҙәре һуҙылған. Йылы бәҙрәф эшләй. Терапевт, акушер, процедуралар яһау бүлмәләре бар. Шулай уҡ бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн дә айырым уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Быйыл апрелдә урынын тәртипкә килтереп, майҙа төҙөлә башлаған объекттың тиҙ арала файҙаланыуға тапшырылыуы ҡыуаныслы. Юлыҡ ауылы халҡы Яңы йылға шундай шәп бүләк алды!

Яңы йылға шәп бүләк!
Яңы йылға шәп бүләк!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас