+21 °С
Болотло
"Һаҡмар" гәзите беҙҙең көндәлек тормошта ҙур урын биләй тип әйтһәк , һис тә яңылыш булмаҫ. Ишбирҙе ауылынан бөгөнгө көндә улы махсус хәрби операцияла йөрөүсе Вәлимә Дәүләтғәле ҡыҙына подписка бүләк иттем. Был эстафета-акция ауылыбыҙҙа күптән дауам итә инде. Шуға күрә мин эстафетаны Юлыҡ мәктәбе мөдире Мухамедьярова Гөлдәр Фариҡ ҡыҙына тапшырам. Тыуған телебеҙҙе һаҡлауҙы үҙебеҙҙән башлайыҡ!
Ләйсән Дәүләткилдина,
мәктәп директоры.