Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2025, 11:55

Башҡортостан республикаһы үҙенең иң яҡшы уҡытыусыларын билдәләне

Улар араһында баймаҡтар булыуы оло ғорурлыҡ. Өфөлә башҡорт, рус, туған тел уҡытыусыларын, шулай уҡ полилингваль күп профилле белем биреү учреждениеларында эшләгән педагогтарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Билилингваль һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан уҡытыусылар конкурсында иң юғары наградаларға Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатынан Әлфидә Дәүләткилди ҡыҙы Рәмова, Рәйсә Әнүәр ҡыҙы Тутаева һәм Юлиә Тәлғәт ҡыҙы Халиҡова лайыҡ булды. Иң яҡшы башҡорт, рус һәм туған тел уҡытыусылары конкурсында Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалиә Сабит ҡыҙы Мәүлитова еңеп сыҡты. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан республикаһы үҙенең иң яҡшы уҡытыусыларын билдәләнеБашҡортостан республикаһы үҙенең иң яҡшы уҡытыусыларын билдәләне
Башҡортостан республикаһы үҙенең иң яҡшы уҡытыусыларын билдәләне

Башҡортостан республикаһы үҙенең иң яҡшы уҡытыусыларын билдәләне. Өфөлә башҡорт, рус, туған тел уҡытыусыларын, шулай уҡ полилингваль күп профилле белем биреү учреждениеларында эшләгән педагогтарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте. Билилингваль һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан уҡытыусылар конкурсында иң юғары наградаларға Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатынан Әлфидә Дәүләткилди ҡыҙы Рәмова, Рәйсә Әнүәр ҡыҙы Тутаева һәм Юлиә Тәлғәт ҡыҙы Халиҡова лайыҡ булды. Иң яҡшы башҡорт, рус һәм туған тел уҡытыусылары конкурсында Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Розалиә Сабит ҡыҙы Мәүлитова лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға ҡаҙаныштарында туҡтап ҡалмаҫҡа һәм профессиональ конкурстарҙа яңы үрҙәр яуларға теләйбеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас