Башҡортостанда йыл һайын 22 тренерға «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә 1 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырыла башлай. Был хаҡта хөкүмәт ултырышында республиканың спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин белдерҙе.
Спорт министры урынбаҫары һүҙҙәренсә, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 57,3 миллион һум бүленә. Йыл һайын 22 тренер-уҡытыусы бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләнә.
«Башҡортостандың «Ауыл тренеры» проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһе «Земство тренеры» федераль программаһы өсөн нигеҙ булды. 2026 йылдан республика ошо федераль проектҡа ҡушыла. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында «Земство тренеры» проектында ҡатнашыусылар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора», — тип билдәләне Алопин.