Новости
9 Декабрь 2025, 13:55

Балалар - Иман нурында

"Муллаҡай мәсетендә Ҡолсора, Түбәнге һәм Үрге Иҙрис, Муллаҡай ауылдарының балалары араһында Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса "Иман Нуры" конкурсы үтте. 

Балалар - Иман нурындаБалалар - Иман нурында
Балалар - Иман нурында

"Муллаҡай мәсетендә Ҡолсора, Түбәнге һәм Үрге Иҙрис, Муллаҡай ауылдарының балалары араһында Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү һәм Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса "Иман Нуры" конкурсы үтте. Муллағолов Илдус 3-сө урын, Ҡарасурин Фәнир 2-се урын алды. Нурфәиз, Фәиз, Ислам, Ғәзим, Сәлим, Сәид, Тимур, Алина, Аделина, Лилиана, Дания, Сафия матур сығыш яһаны. Ҡатнашыусылар тағы ла киләһе йылға һабаҡ алып, юғары уңыштарға ирешерҙәр, Аллаһ бирһә.

Конкурсты ойошторған барлыҡ имамдарға, тәмле былау бешергән Аманғолова Альбина Зиннур ҡыҙына, сәй табынында ярҙам иткән Нәзилә Ниғәмәт ҡыҙына, Лилиә Вәлит ҡыҙына, Рәхимова Дилара апайға ҙур рәхмәт. Балаларҙың барыһы ла бүләкле һәм күстәнәсле булып, тәмле сәй эсеп таралыштылар. Балаларҙың иманлы булып, барлыҡ ғөрөф- ғәҙәттәрҙе белеүе, доғалы булыуҙары беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс, оло бәхет. Артабан да балаларыбыҙҙың шат йөҙҙәрендә иман нуры балҡып, сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ", - тип хәбәр итте муллаҡайҙар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас