

Баймаҡ районы буйынса ветерандар ассоциацияһы вәкиле Әсҡәт Йосопов мөһим һәм кәрәкле эште ойошторҙо – Ватанды алғы һыҙыҡта яҡлаған 428 полктағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйылып ебәрелде. Был эштә айырыуса ҡиммәтле ярҙам беҙҙең ауылдаштарзаң килде: Рәмил Мөбәрәк улы Кусямишевтан һәм Иҙел Раиль улы Ситдиковтан.Улар һәр береһе «Урал» мотоциклы бүлде-был техника үтә сығыусанлығы менән айырыла һәм яу ялан шарттарында алмаштырғыһыҙ. Техниканы кәрәкле ремонтлауҙы һәм әҙерләүҙе беҙҙең оҫтабыҙ, Әмин ауылынан Мавлютов Ришат башҡарҙы. Ойоштороусыларға ла, ярҙамсыларға ла – ҙур, ысын күңелдән рәхмәт! Бөтә күңелдән яугирҙәребеҙгә тиҙерәк, имен-һау һәм тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!