Новости
8 Декабрь 2025, 03:05

Өфө - Инйәр - Белорет юлы ябылды

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 8 декабрҙә 07.15 сәғәттән Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлы участкаһында (Архангел һәм Белорет райондары) бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылды. Сикләү насар һауа шарттары: көслө ҡар һәм боҙлауыҡ менән бәйле индерелде. Хәрәкәт бөгөн иртәнге сәғәт 9-ға тергеҙеләсәк тип планлаштырыла. Әммә, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле сикләүҙәрҙең тамамланыу ваҡыты яңынан ҡаралырға мөмкин. Автомобилселәргә көнүҙәк мәғлүмәтте күҙәтергә һәм мөмкин булһа, ошо маршрут буйынса йөрөүҙән баш тартырға кәңәш ителә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас