+24 °С
Ямғыр


Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 3 һәм йомғаҡлаусы этабы уҙҙы. Ярышта бөтәһе 50-гә яҡын уҡсы ҡатнашты. Ир-егеттәр араһында: Ғайсин Батырхан (Ауырғазы районы); Илфат Мырҙағәлин (Баймаҡ районы); Ғәлин Вәхит (Баймаҡ районы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: Ишкилдина Нәилә (Бөрйән районы); Ярышева Дилара (Күмертау ҡалаһы); Вәлиева Динә (Учалы районы).
3 этаптың һөҙөмтәһе буйынса Баймаҡ мәргәне Илфат Мырҙағәлин һәм Әбйәлил һылыуы Миләүшә Хәлилова "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогын яуланы. Шулай уҡ махсус бүләктәрҙе киләһе уҡсылар еңеп алды: Бикбирҙина Имангөл, Ишморатова Әлиә, Иҙрисов Фәиз, Хисаметдинов Нур. Афариндар! Ятып ҡалғансы-атып ҡал!