+21 °С
Болотло
Шәхси тикшереү ваҡытында ҡыҙҙа полимер ҡапсыҡ табылған. Экспертиза был наркотик булыуын күрһәтә. Асыҡланыуынса, ҡыҙға ҡарата элек тыйылған матдәләрҙе законһыҙ һатып алған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған булған. Ҡыҙ интернет аша хат алышыу һөҙөмтәһендә сит кешеләрҙән тыйылған матдәләр һатып алыуын таный. Полиция «наркотиктарҙы законһыҙ һатып алыу һәм һаҡлау» статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтында, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.