Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Декабрь 2025, 04:08

Яҡташыбыҙға оло награда

Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңзифа Исҡужинаны оло наградаһы менән ҡотлайбыҙ.

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Миңзифа Исҡужинаны оло наградаһы менән ҡотлайбыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин эстрада йондоҙон “Мәҙәниәттәге һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Миңзифа Усман ҡыҙын тағы ла бер тапҡыр тәбрикләп, бейегерәк ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ. Миңзифа Исҡужина тураһындағы ҡыҙыҡлы әңгәмәне “Һаҡмар” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Яҡташыбыҙға оло награда
Яҡташыбыҙға оло награда
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас