Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Декабрь 2025, 06:35

«Кеше - эше менән матур»

Хеҙмәт ветераны Маннапов Рауил Заһрый улы менән «Кеше - эше менән матур» исемле осрашыу үтте. Осрашыуҙа уның ҡатыны Миңнур Ғарифулла ҡыҙы, килене, ейәнсәре, ейәндәре, бүләләләре ҡатнашты. Балалар ҡартатайҙары тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар , һорауҙар бирҙеләр . Ҡартатайҙары ауыр һәм һоҡланғыс тормош , хеҙмәт юлы үткән ... 

Маннапов Рауил Заһрый улы 1938 йылдың 30 апрелендә тыуған . Уға 3 йәш тулғанда атайҙары һуғышҡа китә һәм әйләнеп ҡайтмай . Әсәйе уларға 4 балаға әсәй ҙә , атай ҙа була .Атайһыҙ балаға тиҙ ҙурайырға тура килә , 6-сы класты тамамлау менән Рауил Заһрый улы колхозға эшкә сыға. Ат менән ферма һөтөн Йомашҡа ташый. Ҡырҙа ятып эшләүселәргә ашарға ла ташый .
1960 -1963 йылдар армияла хеҙмәт итә .
Армиянан ҡайтҡас Юлдыбайҙа тракторсылар курсында уҡый һәм «Һаҡмар» колхозында тракторист булып эшләй . Һуңынан мал ҡарауға күсә . Мал ҡарағанда тик алдынғылар рәтендә була Рауил Заһрый улы .Был хаҡта уның бик күп маҡтау ҡағыҙҙары , социалистик ярышта еңеүсе билдәләре , медальдәре һәм «Хеҙмәт даны » ордены һөйләй .
Маннапов Рауил Заһрый улының хеҙмәт стажы - 45 йыл .
Миңнур һәм Рауил Маннаповтар биш бала үҫтерҙеләр. Бөтә балаһы ла тыуған ауылдары Юлыҡта торалар . Бөгөн улар 10 ейәнгә һәм 6 бүләсәгә ҡартатай һәм ҡартәсәй .Уларҙың бергә тормош көтөүҙәренә лә 58 йыл .
Хеҙмәттә сыныҡҡан Рауил Заһрый улы бөгөн дә тик ултырмай ,һәр саҡ эш менән була . Эш эшләгәнгә ҡарышмай тип ейәндәрен үҙе белгәндәргә өйрәтә.
Рауил Заһрый улына ныҡлы һаулыҡ , бәхетле ҡартлыҡ , балаларының ҡәҙер - хөрмәтендә йәшәүен теләйбеҙ. 

Дилбәр Маннапова,

китапханасы.

«Кеше - эше менән матур»
«Кеше - эше менән матур»
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас