Өфө уҡыусыһы енәйәтселәргә ғаиләнең йыйып барған бөтә аҡсаһын биргән. Был хаҡта 3 декабрҙә ҡала мэрияһындағы оператив кәңәшмәлә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы начальнигы Илгиз Байсурин хәбәр итте. «Бөтә ҡыҙыҡһынған хеҙмәттәрҙең, ведомстволарҙың, айырыуса ҡаланың мәғариф идаралығының иғтибарын һуңғы ваҡытта ҡалабыҙ мәктәптәре уҡыусыларының психологик эшкәртеү объекттарына әйләнеүенә йүнәлтергә теләйем», — тине ул. Илгиз Байсурин ике миҫал килтерҙе.
Мәҫәлән, Орджоникидзе районында үҫмер мутлашыусылар йоғонтоһонда сейфты асҡан. Ул ғаиләнең бөтә аҡсаһын йыйып ала һәм төрлө ысулдар менән мутлашыусыларға 12,5 миллион һум аҡса күсерә. Әле тикшереү бара.
Икенсе осраҡ Октябрь районында теркәлгән. Интернетта енәйәтселәр мәктәп уҡыусыһына аҡса вәғәҙә итә. Был аҡса өсөн ул Сипайловола милләт-ара ыҙғыш ҡуҙғатыу билдәләре менән провокацион йөкмәткеле листовкалар йәбештерә.