

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты уҡыусылары ярҙамды"Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһына тапшырҙы
Баймаҡ лицей-интернатының 8-се Б класы уҡыусылары директор Ғәлиәхмәтов Рәфил Өлфәт улы менән берлектә "Хәрби туғанлыҡ" Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһенә барҙы. Балалар дөйөм көстәр менән йыйылған гуманитар ярҙамды, һалдаттарға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнгән хаттарҙы тапшырҙы. Бүлек рәйесе Рәмис Рәфис улы балаларҙы ҡаршы алды, уларҙың изгелеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ярҙам тапшырылғандан һуң ул мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсия үткәрҙе, ойошманың эшмәкәрлеге, уның тарихы һәм Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне. Был осрашыу уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерҙе.