Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Декабрь 2025, 06:10

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы тапшырмаған 9-сы класс уҡыусылары...

...бушлай һөнәри әҙерлек курстарын үтергә мөмкин. Һөнәри компетенцияларға эйә булыуҙы раҫлаған таныҡлыҡ алғас, эшкә урынлашырға була.

Документҡа Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов билдәләүенсә, был закон туғыҙынсы класс уҡыусыларының һөнәр алыу мөмкинлектәрен киңәйтә.

Уҡыусыларға тағы ла бер тапҡыр дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтергә тура килә. Уҡыуҙарын тамамланғас, уларға бер юлы ике документ: белем тураһында аттестат һәм квалификация тураһында документ тапшырыла.

Уҡытыу урта һөнәри уҡыу йорттарында, предприятиеларҙың уҡыу үҙәктәрендә һәм мәктәптәрҙә алып барыла.

Төбәк властары проектҡа ниндәй һөнәрҙәр һәм учреждениелар инәсәген раҫларға тейеш тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-12-01/v-rossii-ne-sdavshie-gia-devyatiklassniki-poluchat-profilnoe-obrazovanie-4489080

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас