+24 °С
Ямғыр
“Һабын бумы” республика акцияһы сиктәрендә районда мохтажлыҡ кисергәндәргә бик күп ярҙам тупланды. Ошо көндәрҙә “Ғаилә” үҙәге белгестәре уны Йылайыр районының Матрай ауылында урынлашҡан балалар приютына алып барып тапшырҙы.
Был акция бер-береңә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуға, изге ғәмәлдәр эшләргә саҡыра. “Һабын бумы”нда ҡатнашҡан барлыҡ коллективтарға рәхмәт белдерәбеҙ, - тине “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Артур Хәйҙәров.