Новости
2 Декабрь 2025, 07:05

Ҡар яуыуын көтәһегеҙме?

Ҡыш башланды, ә тышта һаман плюслы температура һәм ҡар юҡ. Кеше ҡарҙы һағынды. Ә ул һаман юҡ. Синоптиктар нимә ти?

Башҡортостанда ҡасан ҡарҙың ятасағы билдәле булды.

Ҡыш башланды, ә тышта һаман плюслы температура һәм ҡар юҡ. Кеше ҡарҙы һағынды. Ә ул һаман юҡ. Синоптиктар нимә ти?

Федераль метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда декабрҙең тәүге декадаһы аҙағында даими ҡар ятыуы ихтимал. Алдағы ял көндәрендә, 6 һәм 7 декабрҙә, төнгө сәғәттәрҙә минус 2-5 градусҡа тиклем һәм көндөҙ минус 1-2 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә. Шул уҡ ваҡытта республиканың үҙәк райондарында 5,5 миллиметр самаһы ҡар яуасаҡ.

 

Артабанғы көндәрҙә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ, әммә яуым-төшөм көтөлмәй. Әгәр декабрҙә башҡа оҙайлы йылы көндәр булмаһа, ул яуған ҡар яҙға тиклем ятыуы ихтимал.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас