

Ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Байрам уңайынан ауыл мәҙәниәт йортонда мәктәп коллективы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрелгән бай йөкмәткеле, матур кисәлә ҡатнаштыҡ. Район Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин күп бала тәрбиәләгән әсәйҙәрҙе - Дәүләтшина Мәҙинәне, Иҫәнғужина Римманы һәм "Ағинәйҙәр"ойошмаһын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ниғәмәт ауыл биләмәһе белгесе Гребнева Гөлсөм Заһит ҡыҙы "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары Тләүбаева Дилараға район Хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисовтың, Әхмәтшина Дилүзәгә "Башҡорт аты" фестивален ойоштороу комитетының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Кисәне мәктәп уҡыусыларының, уҡытыусыларҙың, "Сыбалайыр һылыуҙары", " Йәйғор "ансамблдәренең, ағинәйҙәрҙең моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре биҙәне. Сара бай сәй табыны артында йылы аралашыу һәм күңелле ритайым менән тамамланды.
Көнһылыу Сөләймәнова.