Новости
29 Ноябрь 2025, 12:00

Әсәйҙәр тәбрикләнде

Әсә байрамы уңайынан Беренсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл хакимиәте, мәктәп, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әсәйҙәргә байрам сараһы ойошторолдо. Байрам сараһына МХО лә йөрөгән егеттәрҙең әсәйҙәре, ҡатындары, туғандары, ауылдың барлыҡ әсәйҙәре саҡырылды. "МХО-ла ҡатнашыусы әсәһе " тигэн миҙалдар тапшырылды. 

Әсәйҙәр тәбрикләндеӘсәйҙәр тәбрикләнде
Әсәйҙәр тәбрикләнде

Әсә байрамы уңайынан Беренсе Этҡол ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл хакимиәте, мәктәп, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әсәйҙәргә байрам сараһы ойошторолдо. Байрам сараһына МХО лә йөрөгән егеттәрҙең әсәйҙәре, ҡатындары, туғандары, ауылдың барлыҡ әсәйҙәре саҡырылды. "МХО-ла ҡатнашыусы әсәһе " тигэн миҙалдар тапшырылды.

Уларға бағыусылар Ибраһимова Альбина Булат ҡыҙы һәм Байрамғолова Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы әҙерләгән сәскәләр тапшырылды. Шулай уҡ сарала әүҙем ярҙам эше алып барган ирекмэндэр, "Ағинәйҙәр"ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Әүхәҙи ҡыҙы һәм ойошманың ағзалары, ошо эштән ситтә ҡалмаған ауылдаштарыбыҙ республика, район маҡтау грамоталары менән тәбрикләнде. Сарала ҡатнашып үҙ өлөшөн индергән һәр бер ҡатнашыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бик йөкмәткеле концерт булды.

Ҡәҙерле әсәйҙәр! барығыҙҙы ла ихлас күңелдән Әсәйҙәр көнө менән ҡотлайбыҙ һәм һеҙгә һаулыҡ, шатлыҡ, оҙон ғүмер, гел шулай изгелекле булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас