Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Ноябрь 2025, 12:30

Уландарыбыҙға арналған осрашыуҙар

Ансамблдә 8 ҡатын – ҡыҙ, бер ир-егет.Бында тыуған илебеҙ өсөн хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле, абруйлы, рухлы, дәртле ҡатын – ҡыҙҙар йыйылған. Улар – Бәҙерниса Хәмитова, Гөлдәр Йәнтүрина, Сәриә Рәхмәтуллина, Фатима Рамаҙанова, Зөмәрә һәм Зөфәр Килдебаевтар, Сания Әбдрахимова, Фәрхәнә Йәнтүрина, Зөлфиә Үзбәкова. Беҙ оло ғына йәштә булһаҡ та, әле лә һәр беребеҙ ауылыбыҙҙың йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашабыҙ. Мин – Бәҙерниса Хамитова ауыл советының “Шишмә” округы депутаты, Фатима Рамаҙанова һәм Сәриә Рәхмәтуллина ауылыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары, шулай уҡ А.А.Хөсәйенов КФХ-һында ашнаҡсы ла булып эшләй Фатима Мөхтәсәр ҡыҙы. Ҡалған ҡыҙҙарыбыҙ ҙа йәмәғәт эштәрендә ихлас ярҙам итә. Дуҫтар ауырлыҡ килгәндә һынала тигәндәй, КФХ хужалығы етәксеһе Альфред Альберт улы һәм Фатима Мөхтәсәр ҡыҙы “Хәтирә” ансамбленең йыр-моң байрамына барыуына матди яҡтан ярҙам итте, ауылыбыҙҙың хөрмәтле, маҡтауға лайыҡлы ир – егеттәре Ҡыуандыҡ Роберт улы Әбдрәхимов һәм Зөфәр Йәғәфәр улы Килдебаев транспорт бирҙе. Уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Уландарыбыҙға арналған осрашыуҙарУландарыбыҙға арналған осрашыуҙар
Уландарыбыҙға арналған осрашыуҙар

Йәмле май айында хозур тәбиғәтле Ейәнсура ерендә Баймаҡ районы Мерәҫ ауылының “Хәнифәкәй” ансамбле ошо райондың Сирғол ауылының “Хәтирәкәй” ансамбле менән осрашты һәм үҙҙәренең Ирәндек итәгенә һыйынып ултырыусы Мерәҫ ауылы, эшсән халҡы, матур тәбиғәте менән дә таныштырҙы. Ике ансамблдең дә маҡсаты бер: ”Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын, улдарыбыҙ имен – һау әйләнеп ҡайтһын!”.

Дуҫлыҡ илендә тыуғас,

Байрамдар ҙа бергә үтә.

Йыр, шиғыр, бейеүҙәр менән

Арала дуҫлыҡ тыуа.

12 ноябрь көнө лә ике район араһындағы дуҫлыҡ күпере балҡып торҙо. “Хәтирәкәй” ансамбле үҙенең 20 йыллыҡ юбилейына дуҫтарын йыйғанда “Хәнифәкәй”ҙәрҙе лә ситтә ҡалдырманы. Был байрамда шулай уҡ Ейәнсура районы Байдәүләт биләмәһенең “Һүрәм”, “Килендәр”, “Умырзая”, “Ҡарәсәй” ансамблдәре ҡатнашты. Хакимиәт етәксеһе Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтов баймаҡтарҙы маҡтап, районығыҙҙың яҡты маяҡтарыһығыҙ тип, Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшырҙы. Беҙ “Хәнифәкәйҙәр” үҙебеҙҙең ауылыбыҙ, районыбыҙ менән ғорурландыҡ. Үҙебеҙ ҙә һынатманыҡ шул. Йырҙар, бейеүҙәр әҙерләп, милли кейемдәребеҙ менән таң ҡалдырҙыҡ, күбеһен үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнек. Әйткәндәй, беҙ үҙебеҙҙең ижадташ дуҫтарыбыҙға башҡорт халҡының кескәй түшелдеректәрен үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләп бүләк иттек. Тамашасылар араһынан иң оло ике апайға ла беҙҙең бүләгебеҙ оҡшаны. Биш ауылды берләштереүсе хакимиәт биләмәһе лә маҡтауға лайыҡ. Ейәнсурала ихлас, ябай, ярҙамсыл, талантлы халыҡ йәшәүенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Әйҙә шулай дуҫлыҡ күперебеҙ ныҡ булһын, ямандар үтеп инә алмаһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

Дуҫ йәшәргә кәрәк ер йөҙөндә,

Дуҫтар кәрәк һәр бер кешегә.

Дуҫлыҡ булһа, йәшәү ҙә күңелле,

Уңай була һәр бер эшең дә.

Беҙҙең ансамбль тәүҙә “Етегәндәр” исемен йөрөттө. Еңеү ҡорҙашы булған ауылыбыҙ сәсәне Хитап Хамитовтың яҡты иҫтәлегенә, уның Ирәндек итәгенән сылтырап аҡҡан тәмле һыулы шишмәгә арнап сығарған шиғырының исемен һайлап, хәҙер “Хәнифәкәй” булып китте.

Хәнифәкәй шишмә һыуын эсмә,

Көмөш тәңкәләрең һалмайса.

Ағышыңды тыңлап, моңло йырҙар йырлап,

Ҡайтып китмә, танһыҡ ҡанмайса.

Ансамбль 2009 йылда барлыҡҡа килде һәм шунан алып бөтә ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, маҡтаулы урындар алып килә. Беҙ халҡыбыҙҙың милли йолаларын район, республика кимәлендә күрһәтеп, призлы урындарға, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдыҡ. “Таҡмаҡтар” бәйгеһе, “Ҡумыҙ” байрамдарынан да ситтә ҡалманыҡ. “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында беренсе урынды яулап, Конгресс – холда ла бейеп ҡайтырға насип булды. Диплом һәм аҡсалата бүләккә эйә булдыҡ.

Ансамблдә 8 ҡатын – ҡыҙ, бер ир-егет.Бында тыуған илебеҙ өсөн хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан хөрмәтле, абруйлы, рухлы, дәртле ҡатын – ҡыҙҙар йыйылған. Улар – Бәҙерниса Хәмитова, Гөлдәр Йәнтүрина, Сәриә Рәхмәтуллина, Фатима Рамаҙанова, Зөмәрә һәм Зөфәр Килдебаевтар, Сания Әбдрахимова, Фәрхәнә Йәнтүрина, Зөлфиә Үзбәкова. Беҙ оло ғына йәштә булһаҡ та, әле лә һәр беребеҙ ауылыбыҙҙың йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнашабыҙ. Мин – Бәҙерниса Хамитова ауыл советының “Шишмә” округы депутаты, Фатима Рамаҙанова һәм Сәриә Рәхмәтуллина ауылыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары, шулай уҡ А.А.Хөсәйенов КФХ-һында ашнаҡсы ла булып эшләй Фатима Мөхтәсәр ҡыҙы. Ҡалған ҡыҙҙарыбыҙ ҙа йәмәғәт эштәрендә ихлас ярҙам итә.

Дуҫтар ауырлыҡ килгәндә һынала тигәндәй, КФХ хужалығы етәксеһе Альфред Альберт улы һәм Фатима Мөхтәсәр ҡыҙы “Хәтирә” ансамбленең йыр-моң байрамына барыуына матди яҡтан ярҙам итте, ауылыбыҙҙың хөрмәтле, маҡтауға лайыҡлы ир – егеттәре Ҡыуандыҡ Роберт улы Әбдрәхимов һәм Зөфәр Йәғәфәр улы Килдебаев транспорт бирҙе. Уларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

Сирғол ауылының 2005 йылда ойошторолған “Хәтирә” ансамбле бик талантлы, йыр-моңға ғашиҡ ун ҡатын – ҡыҙҙы берләштерә. Улар ҙа төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, урындар яулай, үткәрелгән бер ниндәй саранан да ситтә ҡалмай, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй.

Беҙ райондар араһындағы дуҫлыҡ күперен өҙмәй, ике район ҡатын – ҡыҙҙарын берләштереп, улдары махсус хәрби операцияла йөрөгән әсәләрҙең күңелен күреп, уларҙың йөрәгендә ышаныс уятып, Ейәнсура районының иҫ киткес тәбиғәтенә тағы ла һоҡланып, ҡыуанып, яңынан осрашҡанға тиклем хушлашып ҡайттыҡ. Әлбиттә, был сығыштар, МХО –ла йөрөгән улдарыбыҙ өсөн үткәрелде. Төркөмөбөҙҙәге бер нисә әсәләрҙең дә улдары ошо яуҙа. Беҙ берҙәм, дуҫ булһаҡ, еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ.

Беҙҙең Мерәҫ ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла бөтәһе 24 яугир ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш һөлөк кеүек улдарыбыҙ: Вилдан Ғазин, Зөлфәт Әсмәндиәров, Байрас Рыҫмөхәмәтов, Айбулат Рәхмәтуллин, Фаяз Хәсәнов үҙ ғүмерҙәрен Тыуған иле, ере өсөн бирҙе. Һәм беҙ “Хәнифәкәй”ҙәр ошо егеттәрҙең ҡәберҙәренең аяҡ осона йәш ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Әйҙә, ғорур ҡарағайҙар улар янында мәңгелек һаҡта тороп, мөһабәт булып үҫһен! Беҙ батырҙарыбыҙҙы онотмаҫбыҙ!

Тик бер генә теләк менән ошо бөтә сараларыбыҙҙы тиҙерәк һуғыш бөтөп, илдең тынысланыуын, улдарыбыҙҙың теүәл генә тыуған яҡтарына ҡайтып килеүҙәренә арнайбыҙ.

Бәҙерниса Хәмитова, мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны.

 

 

 

Уландарыбыҙға арналған осрашыуҙар
Уландарыбыҙға арналған осрашыуҙар
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас