Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ноябрь 2025, 12:10

Таксист ҡатын оло кешене ҡотҡарып ҡалған

76 йәштәге пенсионерға 500 мең һум аҡсаһын Силәбе ҡалаһына "тикшерергә" ебәрергә ҡушалар. Аҡсаны такси аша ебәрергә һәм өс сумка әҙерләтәләр. Береһендә - тоҙланған йәшелсәләр, икенсеһендә - кейем, өсөнсөһөнә аферистар аҡсаны яулыҡҡа төрөп яҫтыҡ эсенә һалырға ҡуша. Тик таксист ҡатындың әбейҙең үҙен оҙатҡанда, сумкаларҙы урынлаштырғанда сәйер тотоуына иғтибар биреүе, пенсионерҙың аҡсаһын һаҡлап ҡала. 

Әбей таксист ҡатынға күпме һорашһа ла, бер нимә әйтмәй. Сумкаларҙың икәүһен генә күрһәтә лә, өсөнсөһөн күрһәтмәй. Таксист ҡатын бер нисә мәртәбә аҡса юҡмы сумкаларҙа тип һорай. Оло кеше юҡ тей. Таксист юлда шикләнеп бара һәм өсөнсө сумканы ҡарай. Унда яҫтыҡ аша ҡағыҙ аҡса тойолоуын һиҙеп, полицияға мөрәжәғәт итә. Полиция әбейҙең мутлашыусыларҙың уны ФСБ булып ҡурҡытыуҙарын билдәләй. Таксист Ирина Скорнякова хоҡуҡ һаҡсыларының Рәхмәтенә лайыҡ булды. Ә оло кешенең аҡсаһы янында ҡалды. Афарин!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас