Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Ноябрь 2025, 06:10

Ишле ғаиләләргә Яңы йыл бүләктәре

Һүҙ биш һәм унан күберәк балиғ булмаған балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 14 йәшкә тиклемге балалар хаҡында бара. 2025 йылда 20 мең самаһы баланы татлы сюрприздар көтә. Уларҙы 15 декабрҙән һуң «Ғаилә» үҙәктәре һәм социаль ярҙам учреждениелары белгестәре тапшыра. Тәрбиәгә алған һәм опекун ғаиләләрҙәге етемдәр өсөн дә бүләктәр бар.

Бынан тыш, Донецк, Луганск, Херсон, Запорожье һәм Украинаның айырым территорияларынан, шулай уҡ Сүриә Ғәрәп Республикаһынан килгән һәм республиканың ваҡытлыса тороу пункттарында йәшәгән кешеләрҙең балаларына яңы йыл бүләктәре әҙерләнгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас