Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ноябрь 2025, 12:50

Йыл аҙағына тиклем 6 поликлиника асыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә поликлиникалар төҙөлөшөн йыл аҙағынаса тамамларға ҡушты. Объекттарҙы тантаналы шарттарҙа асыу мөһим, тип билдәләне ул.

«Декабрь етеп килә, әлеге ваҡытҡа төҙөлөш тамамланған поликлиникаларҙы асырға кәрәк. Кешеләр көтә. Алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу – республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ҙур ваҡиға», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт Иштуковҡа.

«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә Благовещенда, Яңауылда, Учалыла, Асҡарҙа, Асҡында һәм Баҡалыла яңы поликлиникалар үҙ ишектәрен аса.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас